Сайт писателя-сатирика Инсура Мусанифа

Инсур Мусанниф

Официальный сайт писателя-сатирика

Эһ-һе-һе (пародия)

Дата написания: 
14 июля 1994

Инсур Мөсәнниф
Эһ-һе-һе
Пародия

«О, шиғриәт, һинең бөйөклөктө
Аңларға тип әгәр уйлаһам…
…О, батырлыҡ, үҙең шиғриәт һин…»
«Батырлыҡ».
«…О, мөхәббәт, һағышыңа…
…Эх, мөхәббәт һағышыңдан…»
«Мөхәббәт».
«Аҡһаҡалдар баһа бирә:
- Ай, мөбәрәк, ир булғанһың».
«Ҡул йыуҙырам».
…Ах, бар икән шылтыр-шылтыр итеп,
Ҡолаҡтарҙы яра торғаны.
…Ах, бар икән ҡайғы-хәсрәт күрмәй
Хандар кеүек һарай ҡорғаны».
«Бар».
«…Ай, тәүәккәл, аҙамат, тип».
«Тәүәккәлләп ҡара».
«…Эх, бала саҡ, белһәм дә бит…»
«Эх, бала саҡ, белһәм дә бит».
«…бар доньяны
«Аһ» иттереп
Ҡосағыма алғым килде.
…Доньялағы иң сибәрҙе
«Аһ» иттереп
Йөрәгендә янғым килде».
«Яҙым килде».
Әхмәр Үтәбай.

Бер сибәрҙе уйлап, «аһ-ваһ» итеп,
Бер пародия яҙғым килде.
«Аһ» иттереп барса шағирҙарҙы,
Бөтмәс дан-шөһрәт алғым килде.
Һи, барҙыр әле шағирҙарҙың да
Тәнкитләргә ярай торғаны.
…Ах, бар икән әле шиғырҙарҙың
Ҡолактарҙы яра торғаны.
О, Үтәбай, һинең шиғырҙарҙы
Тәнҡитләргә әгәр уйлаһам…
Эх, батырлыҡ, һин бик яҡшы нәмә…
Тик дустары тотоп ҡыйнаһа?
Их, бөткән баш барыбер бөтҡән инде,
«Эх» тә итмәй яҙа башланым.
Ох, редактор, хәҙер өмөт итәм:
«Эх, «бармай», - тип йыртып ташлауың.
О, шиғриәт, ҡайсаҡ һағышыңдан
Пародист та булып китәһең…
Эх, күрәсәк, үҙем белһәм дә бит
Алда мине ниҙәр көтәһен…
Белһә, Алла белә, алда тағы
Ни уҡырға яҙған, эһ-һе-һе…
Дуҫтар, шылтыр-шылтыр шиғыр менән
Шиғриәткә атмаң, йәшәһен!..
Ох, баҫыла ҡалһа, әгәр яңылыш
О, батырлыҡ, үҙең ярҙам ит!..
…Аҡһаҡалдар баһа бирер бәлки:
Аһ, тәүәккәл, һай, ир ине, - тип.
14.07.1994.

Кайда, кайчан басылган:
1) Мөсәнниф Инсур. Эh-hе-hе!.. Пародия. "Һәнәк" журналы, декабрь, 1994, №12.
2) Мөсәнниф Инсур. Эһ-һе-һе. Пародия. "Сөю кайтавазы" китабы. Уфа, "Чурагул" нәшрияты, 2020, 70-71 бб.