Сайт писателя-сатирика Инсура Мусанифа

Инсур Мусанниф

Официальный сайт писателя-сатирика

АТАЙСАЛЫМ

Дата написания: 
11 января 2023
Заметка: 

Бу шигырь "Атайсал" республика конкурсына атап, үтенеч буенча язылган иде. Әйтүләренчә, ул "Катнашучы сертификаты"на лаек булган. Белмим, кулыма алганым юк.

Инсур МӨСӘННИФ
АТАЙСАЛЫМ

Атайсалым – Башҡортостан,
Атайсал – тыуған яғым,
Бер(е)һе булһа, оло Ватан,
Кесеһе – ҡала, ауыл!

Атайсалдың гүҙәллеге
Һоҡланғыс көн-төнөн дә:
Күлдәрендә аҡҡош йөҙә,
Бөркөт оса күгендә;

Киң ҡырҙарҙа иген шаулай –
Төп байлығы илемдең.
Кемде генә һоҡландырмай
Күркәмлеге еремдең!

Һабантуйҙа ат сабышы –
Алдан килә бер толпар.
Әйтерһең дә, ҡартатайым
Эйәрләгән сал саптар.

Киң ҡырҙарҙа һаҡланалыр
Олатайым эҙҙәре,
Болондарҙа зәңгәр сәскә –
Өләсәйем күҙҙәре...

Тауҙар, күлдәр, киң болондар –
Ата-бабам төйәге.
Йөрәгемдең иң түрендә –
Һине мәңге һөйәрмен!

Ил-мирасты һаҡлап калыу –
Был беҙҙең төп бурыстыр.
Атайсалда йәшәүебеҙ
Үҙе оло ырыстыр!

Йәшәек беҙ, йәшнәек беҙ
Кесе тыуған илдәрҙә –
Атайсалдың бар яҙмышы
Инде беҙҙең иңдәрҙә!
10-11.01.2023