Инсур Мөсәнниф
Моңһоҙ урам менән моңһоу һөйләшеү
Парохикәйә
Ҡала тормошо еңел түгел ул, егеттәр. Бына әле, ҡартуф бөткәс, ауылға ҡайттым. Әсәй үстергән икән әле, ярай. Киткәндә бер буханка икмәк тә биреп ебәрермен, тине. Ярай әсәйҙәр бар, бына бит зәмзәм һыуын да тапты. Әле шуның бер ете йөҙ грамын ашҡаҙан шәрифтәренә һалып алғас, ҡапҡа төбөнә сығып ултырҙым. Әсәй биргән тәмәкене көйрәтеп ебәрҙем. Ултырам, тартам. Ә үҙемә нимәлер етмәгән кеүек. Уйлайым бит инде хәҙер. «Ауыл кисе. Ник һуң моңһоу?» (Р.Сурағолов). Хәмер булды, тәмәке бар, ҡалала ҡатын, балалар бар, фатир бар, баҡса бар, унда өйө булмаһа ла, батшалар йәйәү йөрөй торған ере бар, машина булмаһа ла, гараж бар, иске булһа ла, матай бар – йәйәүле Мәхмүт түгелмен… Тик нимә етмәй һуң? Шунда кемҙер ҡолағыма бышылдағандай булды: иғтибарлыраҡ ҡара әле, берәй нимә һиҙмәйһеңме? Ҡараһам, ысынлап та – ҡапҡа моңһоҙ, үҙем ултырған эскәмиә моңһоҙ, утын әрҙәнәләре моңһоҙ, өй ҡыйыҡтары, электр бағаналары һәм сымдары, ҡоймалар, тыҡырыҡ, йәнселгән кәнсир һауыты, иске итек башы, ҡанауза аунап ятҡан ике буш шешә, тотош урам, ауыл моңһоҙ! Үкереп ебәргәнемде үҙем дә һизмәй ҡалдым:
«Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң ҡайҙа һуң, әйт, урам?!.. (Р.Сурағолов).
Шунда урам телғә килеп:
- Ҡайҙа булһын, шағирҙәрҙә инде ул моң… - тип әйтеп ҡуймаһынмы?! Исемә килгәс:
- Ә…ә…шағирҙәр…ҡайҙа? – тип һораным.
- Ҡайҙа булһын, ғурытта инде.
- Әйтәм уны, ауылда бер моң да ҡалмаған, «ҡайҙа һуң моң, әйт, урам» тип, ауылды ҡарауыл ҡыскырталар, үңәсенән алғандар, пыр туҙҙыралар. Был йырҙы яҙган шағир ҙа ғурытталыр инде?
- Знамы, ғурытта.
- «…Моңһоу бер хәҡиҡәт…» (Т.Искәндәрова) икән улайһа.
- Әйҙә әле, «ҡайҙа һуң моң» тип ҙарланып ултыргансы, шул моңло шағирҙәрҙе тыңлап ҡарайыҡ.
- Туҡта әле, - мин әйтәм, - «…Ғармун моңо ғына ишетелмәй…» (Г.Ситдикова). «Ниндәй моңһоу, әллә инде
Телһеҙ ҡалған ғармундар» (Р.Сурағолов). Былай күңелһеҙ булыр. Минең, басһыҙ булһа ла, ғармун ишараты бар ине, ағайҙан ҡалған. Шуны алып сығайым.
Алып сыҡтым «хромка»ны. Һуҙып ебәрҙем, мин һиңә әйтәйем!..
«Басһыҙ ғына ғармун эй моңланды,
Булһын, әйҙә!..» (Г.Ситдикова). Самай глауный, ғармунсы башһыҙ булмаһын.
«Доньяға революцион моң ағылды…» (Ф.Ғәлиәхмәтов).
«…Ярып инә
Был моң ҡолаҡҡа… (Т.Тскәндәрова).
Күңелдәр, ярылған ҡолаҡ аша, моң менән тулды, әй. Урам да телгә килде:
- Теге ҡайтыуыңда «…Ис киткес бер моңло көйҙө
Уйнағайның ҡурайҙа.
Ҡурай моңо әле һаман
Сыңлап тора ҡолаҡта…» (С.Миңлебаева). Бигерәк тә моңло бала булдың. – Унан бер аҙҙан өстәп ҡуйҙы: - Шағирҙәр
«…Ауыл моңон алышмамын
Бәллүр, алтын, көмөшкә…» (Р.Усманова) тигән булалар ҙа ул… - Ауыл урамының тәрән уфтанғаны ишетелде.
- Был шағирә лә ҡалалалыр инде?
- Шунда инде, ҡайҙа булһын. Шағирҙәрҙе бар юлдар ҙа ҡалаға алып бара бит. Гүйә, тоҙло һыу һипкәндәр, «…Гүйә, күктән илаһи моң
Ағыла ла ағыла…»,
«…Моңға мансый зәңгәр, сикһеҙ күген
Ал таңдары…» (Ф.Ғәлиәхмәтов).
Урам, үҙе уҡыған шиғырҙәргә үҙе әсәренеп торғас: «…Моң дауларҙай шиғыр…» (И.Йәһүҙин), - тип ҡуйҙы.
- «Моң» да «моң», тип әйтәбеҙ, ә ҡайҙан алалар һуң ул моңдо шағирҙәр? Әллә шишмәһен тапҡандармы?
- Әллә, белмәҫһең. Үҙҙәре лә аптырай ҡайсаҡ, «Ҡайҙан килә миңә был моң?» (Ә.Үтәбаев), тип. Йә «…Тормошомдо биҙәгән шул
Моңдо эҙләйем күптән…» (Р.Усманова) тип ғүмер буйы өҙгәләнеп йөрөй.
- Бәлки белгәндәре лә барҙыр әле, серҙәре менән уртаҡлашмаҫтармы?
- Ҡарап ҡарайыҡ…
«…Шишмә моңона ҡушылып…»
«…Һалсы моңо онотоламы ни –
Тулҡындарға һеңгән ул моңдар…»
«…Әрнеүҙәрҙән моң йыйҙым…» (Ф.Ғәлиәхмәтов).
- Бына бит, асыҡлана башланы…
«…Сиңерткәнән ҡалһын моң-сеңләү…»
«…Ҡолаҡ һалам ҡош моңона…»
«…Беләм,
Ағиҙелдә
Минең өсөн генә моң барын…» (И.Йәһүҙин).
«…Нәжми йүкәһенән
Япраҡ түгел, гүйә, моң тама…
…Тирә-яғым тынмаҫ йыр ҙа моң…» (Р.Дәүләтҡолов).
- Ҡалала шулай булыр ҙа ул… Бында урмандарҙа йүкәләрҙе лә кисеп-ҡырып бөттөләр инде…
«…Әсәйемдән килә йыр-моң һөйөү…»
«…Ҡағылдың да, бер моң уяттың,
Ҡаршыланы шул моң, оҙатты,
Йөрәгемде шул моң һыҙлатты…»
«…Һинең моңоң йәшәй күңелдә…»
«…Ямғыр түгел,
Май ләйсәне булып моң тама…» (Г.Ситдикова).
- Һай, моңлоҡай икән дә баһа был Г.Ситдикова. Тимәк, ямғыр аҫтында күберәк йөрөргә кәрәк…
«…Хуш бул, йылға, моңоң ҡалды…» (Ә.Үтәбаев).
- Әйтәм, йылғаның моңо юҡ, Үтәбай эләктергән икән…
«…Киңлектәрең – йыр-моң далаһы,
Сыңрап торған моңдар далаһына
Һарылып ҡына көйләр балаңмын…» (М.Хисамова).
- Исеме лә Моңлогөл түгелме икән был баланың?
- Шулай булһа ла ғәжәп түгел. Шағирҙәрҙең бармак остарына ҡәҙәр моң бит уларҙың…
«…Моң һарылды тынмаҫ хистәремә…»
«…Күкрәк тулы моң-һандуғас…»
«…Тыуған юлдар, туған моңдар…»
«…Күңел бураһына моңдар тула…»
«…Бәхет моңдары яңғырай…»
«…Күңел моңом ҡоштар моңо менән
Урмандарҙа килеп табышты…»
«…Моңом һиңә бағышланым…»
- Күңел моңо бигерәк һағышлылыр, ахыры, ана бит, бағышлағас ни булған:
«…Һағышыңдан моңһоу йөҙөң кеүек
Тәҙрәмдән аҡ ҡыш ҡараған…»
Тағы «…Наҙлар инем һине моңом менән…»
Тик «…Ҡоштар менән китә моңһоу көҙөм…»
- Китһә, китһен, әйҙә, доньяла тоз бетмәһә, шағирҙәрҙә моң бөтмәҫ. Ана бит: «…Аҡ моң өй(ө)рөлә аҡ буранда,
Донья йырһыҙ-моңһоҙ торамы?
Ап-аҡ ҡына моңдар бураны…» (М.Хисамова).
- Һай, маладис бала икән, әле йәшәйбеҙ улайһа. Әллә мин моңһоҙ ҡалдыҡмы тағы ла, тип торам…
«…Ҡара күлдәкле ҡыҙ – Төн килә (…)
…Моң тарата үҙе яй ғына.
Бар ғаләмде арбар ошо моңдан
Күңелдәргә килә һил генә…» (Г.Яҡупова).
- Моңло шиғырҙәр бармы тағы?
- Бар, бар! «…Күккә моңһоу шәфәҡ ҡалҡа…»
«…Йөрәгемдә - моңо, йәндә - наҙы…»
«…Әй, Мәндемем, йүгерек тулҡындарың,
Иркә моңдарыңды онотмам…» (Г.Яҡупова).
- Төшөндөңме инде? – тип һорап ҡуйҙы ҡапыл урам.
- «…Кешелектең тынмас моң икәнен
Йәш бер шағир ҡапыл төшөндө…» (Ф.Ғәлиәхмәтов), - тип йөпләнем.
- Шунан, төшөнгәс, ни көтәһең?
- Көтмәйемсе. «…Ошо мәлдәр инде моң уята…» (И.Йәһүҙин).
«…Йәнем-тәнем – бер моң, бер сыңлау…» (Т.Искәндәрова).
«…Йырҙарымдан төшмәй мондары…» (И.Йәһүҙин).
«…Берсә яҡты, берсә моңһоу йырҙай…»
«…Миндә моңом ҡалды мул көйө…» (Т.Искәндәрова).
«…моңом
Йөрәгемдән сығыр сүкәләп…» (И.Йәһүҙин).
«…Тыуған яҡты сихри моңға күмеп…»
«…Баласаҡтың моңло хәтирәһе…» (Г.Ситдикова).
«…Бер ҡара ҡош моңһоу ғына йөҙә…» (Р.Дәүләтҡолов).
«…Күҙҙәреңдә моң-һағыш…» (Ә.Үтәбаев).
«……Һәр бер тән күҙәнәгемә
Тыуасаҡ моң булып һеңгән…»
«…Һин – тыуасаҡ йырым, буғай,
Әйҙәр моң һин көйләгән…» (Р.Усманова).
«…уйнар ғармунсылар,
Моңдарына ҡыҙҙар йыр һалыр…» (Г.Ситдикова).
«…Йырҙарҙың бар ҙарлы, моңлоһо ла…» (Ә.Үтәбаев).
«…Моңонда бар башҡорт тарихы…»
«…Моңонда бар Урал моңдары,
Моңонда бар булат сыңлауы…»
«…Моңонда бар бығау сыңлауы…» (Г.Ситдикова).
«…Хәтерләтеп һыуҙа таш ҡарпыуын,
Тирбәлтә төн моңон ҡыңғырау…» (Р.Түләков).
Мин басһыз ғармунымды эшкә ҡушып, «Еҙ ҡыңғырау моңдарында
Үткәндең тауыштары…» (Ә.Атнабаев) тип, моңланып алдым.
«…Осор ҡанат ҡуйҙың,
Йондоҙло төн, моңһоу бер ҡыҙға…» (С.Миңлебаева).
Шунда урам, хыялланып, әйтеп ҡуйҙы:
- Шағир! «…Һинең күңел – серле донья,
Моң дарьяһы ярһыу, ташҡын.
Шул моңдарҙың, шул дарьяның
Килә минең серен аскым…» (С.Миңлебаева).
Ә мин тағы ла басһыҙ ғармунымды тартып ебәрҙем:
Сыҡ һин, шағир, ауылдарга,
Күҙең йомоп дауылға.
Сыҡ һин халыҡ араһына –
Моңдар ҡайтыр ауылға.
Сыҡ һин, сыҡ һин, күпме була
Ҡала ҡарауылдарға? (И.Шәңгәрәев).
- Әйе шул, - тип, урам, мышҡылдатып морон тартып, моңһоу илап ебәрҙе. Мин тағы ла моңһоуыраҡ итеп басһыз ғармунымдың моңһоу күреген тарттым…
Тарттым ҙа, тукта әле, мәйтәм,
«…Ауылыма моңдар биреп
Урамдарҙы буйлайым» (Р.Сурағолов). Унан киттем инде йырлап, мейес башында ятҡан әбей-сәбей, ҡарт-ҡороно мышыҡ-мышыҡ илатып:
«…Ауыл кисе. Йәш йөрәктәр
Ғармун-моңға һыуһаған.
Һөйөү булып моңдар ҡайтһын
Ауылыма яңынан» (Р.Сурағолов).
1992-15.10.1994.