Инсур Шәңгәрәевтең ҡулъяҙма йыйынтығына рецензия
/Күләме – 56 бит/
Ҡулъяҙма еңел уҡыла, арыу тәьсир ҡалдыра. Ҡайһы бер әсәрҙәре менән автор уҡыусыларға таныш инде. Улар һәләтле һәм өмөтлө ҡул менән яҙылған. Автор тормошто, һүҙ бәҫен белеп эш итә. Жанры буйынса ла, тематикаһы буйынса ла киң генә диапазон һиҙемләнә. Был, бер яҡтан, һәйбәт. Ләкин ҡулъяҙмаға сыбарлыҡ та хас: унда ҡыҫҡа хикәйәләр, уймаҡ хикәйәләр, нәҫерҙәр, парсалар һәм миниатюралар ингән. Ниңәлер автор уларҙың жанрын да билдәләргә ҡыйынһынған.
Һәйбәт кенә, матбуғатта басылырҙай ижад емештәре байтаҡ. Кәңәш шул: И.Шәңгәрәев газета-журналдарҙа активыраҡ сығыш яһаһын ине. Шул саҡта, могайын, ҡулъяҙма йыйынтығын проза секцияһында тикшерергә мөмкин буласаҡ.
Һүрәтләү оҫталыгы булып та, автор айырым әҫәрҙәрендә психологик тәрәнлеккә, художестволы дөйөмләштереүгә өлгәшмәгән. Айырым хикәйәләре теге йәки был ваҡыйғаны һөйләп сығыуға ғына ҡоролған. Юмористик пландағы яҙмалары ла уҡымлы ғына. Әммә уларҙа ла балҡып торған табыштар күренмәй.
Ҡыҫҡаһы, ижади активлыгын күтәрә төшөп, оҫталығын камиллаштыра барһа, Инсур Шәңгәрәев әҙәбияткә аяҡ терәп килмәксе.
Сабир Шәрипов,
«Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөдире.
(1989 йыл - И.Ш.).
примечание.
ШАРИПОВ САБИР НАГИМОВИЧ (20.03.1948) - уроженец Белорецкого района, башкирский писатель, автор нескольких книг.