Татарча
Инсур Мөсәнниф
УРАННАР ГИМНЫ
Төягебез гөл бакчасы –
Елга, болын, урманнар,
Гомер бакый хезмәт салып,
Яши монда ураннар.
Беркайчан да сынатмаган
Батыр кавем ураннар,
Илне яклап яу чыгарга
Һәрчаҡ әзер торганнар.
Ураннарның язмышына
Ил язмышы чорналган,
Һәрбер эштә егетләре
Һәм кызлары дан алган.
Җиребезне чәчкә итеп,
Матур тормыш корганнар –
Татулыкта һәм дуслыкта
Яши уран туганнар.
Шушы җирдә гомер итеп,
Узган күпме гасырлар.
Яуга, кырга чыгарга да
Әзер тора буз атлар.
Булсын шанлы яу кырында,
Булсын иген кырында,
Ураннарның батырлыгы
Яңгырый халык җырында.
Ата-баба төягендә
Тормыш ямьле, туганнар!
Беркайда да һич сынатмыйк,
Батыр, уңган ураннар!
8.02.2021.
Башҡортса
Инсур Мөсәнниф
Урандар гимны
Төйәгебеҙ гөл баҡсаһы –
Йылға, болон, урмандар,
Ғүмер баҡый хеҙмәт һалып
Йәшәй бында урандар.
Бер ҡасан да һынатмаған
Батыр ырыу урандар,
Илде яҡлап яу сығырға
Һәр саҡ әҙер торғандар.
Урандарҙың яҙмышына
Ил яҙмышы сырмалған,
Һәр бер эштә егеттәре
Һәм ҡыҙҙары дан алған.
Еребеҙҙе сәскә итеп,
Матур тормош ҡорғандар –
Татыулыҡта һәм дуслыҡта
Йәшәй уран туғандар.
Ошо ерҙә ғүмер итеп,
Уҙған күпме быуаттар.
Яуға, ҡырға сығырға ла
Әҙер тора буҙ аттар.
Булһын шанлы яу ҡырында,
Булһын иген ҡырында,
Урандарҙың батырлығы
Яңрай халыҡ йырында.
Ата-баба төйәгендә
Тормош йәмле, туғандар!
Бер ҡайҙа ла һынатмайыҡ,
Батыр, уңған урандар!
8.02.2021.