Сайт писателя-сатирика Инсура Мусанифа

Инсур Мусанниф

Официальный сайт писателя-сатирика

Рәсем дәресе: «Шиғыр түтәлкәйе сып-сыбар – Ҡыҙыл, зәңгәр, көрән, ағы бар!..» Паро-тел сарлау

Дата написания: 
27 октября 1994

Инсур Мөсәнниф
Рәсем дәресе:
«Шиғыр түтәлкәйе сып-сыбар –
Ҡыҙыл, зәңгәр, көрән, ағы бар!..»
Паро-тел сарлау

– Ултырығыҙ, балалар. Хәҙер өйгә эште тикшерәбеҙ. Әйт әле, Вил, өйгә ниндәй эш бирелгәйне?
– Ниндәй төстәр була – шуны өйрәнеп, мисалдар әҙерләп килергә ҡушкайныгыҙ.
– Йә, әйт улайһа, ниндәй төстәр була инде?
– Аҡ, ҡара, алһыу…
– Дөрес. Бәлки мисал да килтерерһең?
– Мәсәлән, «Аҡ көнгә ҡара төн бәйләнә…» (С.Миңлебаева).
«…Мин бары ҡара төндән
Ак көндө айырмайым…» (Т.Искәндәрова).
«…Ап-ак төндәр булған кеүек
Була бит ҡара көндәр…» (Ф.Ғәлиәхмәтов).
«…Ҡара төндө көндәр алмаштыра…» (И.Йәһүҙин).
«…Гел иҙгелек күрәм кешеләрҙән (…)
Аҡ көндәрем шуға күберәктер…» (С.Минлебаева).
«…Ҡараңғы төндәрем, тимә,
Алһыу таңдарым, тиген» (М.Нәзиров).
«…Ак биләүле генә сабыйҙан –
Яңы көндән нимә көтәһе?» (Г.Яҡупова).
«…Ҡояш ҡалҡты. Шул көндәге ҡояш,
Тик төрөнөп ҡара болотка.
Бындай көндөң һалҡын ҡара төндән,
Яҡтылығы ғына – үҙгәреш» (Р.Түләков).
«Ҡара толомдарын һүтә-һүтә,
Ҡара күлдәкле ҡыҙ – Төн килә…» (Г.Яҡупова).
«…Иламасы төнөм – ҡара сәсем…» (М.Хисамова).
– Ярай, етеп торор, – тине уҡытыусы. – Ә хәҙер ҡабатлап алайыҡ. Йә, Кәрим, ниндәй төстәр була, әйт әле?
Кәрим тороп баҫты ла, түшәмгә ҡарап, уйға ҡалды.
- Йә, йә, көтәбеҙ…
- Ак… - тине Кәрим, һөйөнөп.
- Тағы?
Тик Кәримдең хәтеренән ҡалғандары сығып осҡайны, ахыры.
- Ярай, ултыр, Кәрим, - тине уҡытыусы. – Былай булғас, хәтергә беркетеү өсөн күнекмәләр үткәреп алайыҡ. Аҡ төстән башлайык. Әйҙә, Йәмилә.
«…Мин Өфөгә киләм (…)
Ағиҙелдәй ап-аҡ юлдарҙан».
«…Аҡ хистәрем тыуған илем».
«…Ак ҡаластар ул сак ят ине…
…Аҡ икмәккә ҡарап бер ҡарт илай…
…Аҡ икмәкте улар уйлап тапҡан…».
«…Ак болот һурып үпте…»
«…Ағастарға ап-аҡ бәҫ элер…»
«…Ҡайындарҙың аҡ һындары…»
«…Ак шишмәләр алып аҡҡан дарья…
…Кинлектәрҙә аҡ сәскәләр һоноп…» (Ф.Ғәлиәхмәтов).
«…Ап-аҡ ялдар ялтлай ҡояшта…»
«…Ак мамыҡтар осорған сағы…
…Аҡ тамсылар тағылған сағы…
…Аҡ мамыҡтар ябынған сағы…»
«…Аҡ болоттар менән уралышып,
Аҡ хыялдар менән туп-тулы
Ун һигеҙ йәш аҡ торналар булып…
Аҡ күлдәкле алсаҡ ҡыҙҙар кеүек…
…Аҡ торналай яҙҙы көтөп алғас…» (Т.Искәндәрова).
«…Ағиҙелдә - аҡ тулкында…»
«…Ағиҙелдә ята аҡ томан…»
«…Донья ап-аҡ бөгөн.
Ап-аҡ ҡына…
…Селт аҡ…»
«…яҡшыны ла,
ниңә яманды ла
аҡҡа ғына урап күмәләр?..»
«…бүлмәм ап-аҡ.
Ҡыштың аҡ доньяһы…
Аҡ бүлмәлә,
Аҡлыҡ уртаһында
Йөрәккенәм бөгөн тотыла…
…Ап-аҡ йорттоң аҡ хужаһы…
…бөгөн аҡ йортоңдан
Үҙем атлап сығам урамға…
…Ә күңелем
ап-аҡ хыялдарға уранған.
Ай-һай, тәбиғәт тә тоя, ахры,
Ап-аҡ йорттоң ап-аҡ сауабын…
…кемдең аҡ йорттары
Табыр икән быға дауаны?..
…ҡайҙа тағы ап-аҡ йортоң бар?..
…Ап-аҡ йорттар…
…Тик АКШтың Аҡ йортона етһәм,
Юҡ, намысым етмәй үҙемдең!..
…Ҡулым бармай
Күрһәтергә
Ошо, тиеп, ап-аҡ йорт, бына…
…Дауа табыр микән Аҡ йортоғоҙ?..
…бар ҡотто
Бергә туплап
Аҡлап ҡуйыр әле…» (И.Йәһүҙин).
…«…Аҡ шатлығы сабый баланың…»
«…Аҡ болоттар уға аҡ ҡар һибә -
Юлһыҙ ерҙән йүгерә көрт ярып.
Аҡ шатлыҡтан тыуған аҡ дауылдар
Йөрәккәен бара ҡуптарып…»
«…Тағы эҙҙәремде
Күмеп китте ап-аҡ ҡар-йондоҙ…»
«…бары юлдарыма
Уйсан ғына аҡ ҡар һибелә…»
«…Һөйөүемде ҡушып үҙеңә
Аҡ сәскәләр килә өҙәһем…
…Аҡ болоттар алып, юлыңа
Аҡ йәймәләр килә йәйәһем.
Йөрәгемдә булған саф хистән
Ап-аҡ тауҙар килә өйәһем…
…Бөтә донья бөгөн аҡ нурҙа…»
«…Аҡ нурҙарға тулды барлыҡ доньям…»
«…Йөрәгемдә ята аҡ һүҙем…» (С.Миңлебаева).
- Рәхмәт, Йәмилә, ә хәҙер Марат дауам итһен,ул да йәш шағирҙәр ижатын яҡшы белә, - тип бүлдерҙе уны уҡытыусы апай. Маратҡа шул ғына кәрәк тә инде, күптән, түҙмәй, ҡулын күтәреп, безгә ултырғандай сәбәләнә ине.
«…Һүрелмәһен берүк аҡ маҡсатым…»
«… - Донья, ағайҙар, аҡ мәктәп, ишек алды, тыуған ай…»
«…эшафотта ап-аҡ башын ҡырҡҡандар…»
«…Етер ваҡыт: ҡышым килер,
Сәскә ҡуныр – ап-аҡ саңдар…» (М.Нәзиров).
«…Аҡ яулыҡтар ябып ҡаяларға…»
«…Шул бурандан ҡасҡан аҡ бөртөктәр
Керпектәргә килеп ҡуналар…
…Уралымдың ҡарлы бураны
Тыуған яҡты сихри моңға күмеп,
Ап-аҡ юрғандарға ураны…» (Р.Ҡол-Дәүләт).
«…Аҡ һөлгөлә - һөттәй томандар
Билдәренә килеп уралған…»
«…ер ҙә тиҙҙән
Ак юрғанға ойоп ураныр…»
«…ак болоттар
Муйылдарға килеп һарылған…» (Г.Ситдикова).
«…Ап-аҡ ромашкалар һуҙып,
Ник теҙләндең минең алға?!»
«…Һағынам ап-аҡ ҡарҙы…
…Күмелдең аҡ буранға.
Ни тылһым табып ҡайтайым
Һин ҡалған аҡ урамға…»
«…Һин булдың аҡ өмөтөм…» (Р.Усманова).
Әхсәндең тырыша-тырыша ҡул күтәреүен күреп, уҡытыусы:
- Әллә һин дә аҡ шиғырҙар беләһеңме? Әйҙә, улайһа, тыңлайыҡ, - тип, уға һүҙ бирҙе.
«…Һәр яҙымда, һәр аҙымда
Бөрөләнә аҡ ҡайын…»
«…Билдән кисеп аҡ ҡар ярам…» (Ә.Үтәбай).
«…Оло юлға оҙатыусы
Йомарт ҡына аҡ йортҡынам…»
«…Яратам бурандарҙы.
Аҡ тун кейеп ағастарҙың
Йоҡоға сумғандарын…
…Сығам аҡ бурандарға…
…Өйөрмәле аҡ буранда
Сырмалдым уйҙарыма…
…Аҡ бурандар, аҡ хыялдар
Йәшлектән урап килә…
…Һине уйлап һөйөнгәндә,
Аҡ буран йырлап көлә…»
«…Донья ап-аҡ, сабый күңелеләй
Аҡ ҡар нуры тирә-яғымда.
Мин – хыялый ошо аҡ доньяла
Аҡ күңелле һине эҙләйем…»
«…Аҡ ҡаурыйҙар елпенеүе булып,
Моң һарылды тынмас хистәргә…»
«…Атылып та һүнде аҡ йондоҙом…»
«…Елдәр аҡ юлдарҙы тараған…
…Тәҙрәмдән аҡ ҡыш ҡараған…»
«…Урамдарҙа оса аҡ мамыҡтар,
Аҡ мамыҡтар бейей урамда.
Аҡ моң өй(ө)рөлә аҡ буранда…
…Ап-аҡ ҡына моңдар бураны…»
«…Аҡ күңелем янып-ярһып
Ғүмер йомғағын һүтә…»
«…Аҡ бәхеттәр юрай-юрай…
…Яҡты яҙмыш аҡ биләүҙә…»
«…Урмандарҙа үскән аҡ ҡайындар
Минең менән һүҙһеҙ һөйләште» (М.Хисамова).
«…Урал ғына тауҙың күкрәгенә
Һыйынып ҡына үскән аҡ ҡайын.
Мин түгелме һине һөйөп туймас
Аҡ ҡайының, тыуған яҡҡайым?!
…Аҡ филтәләй йәнем тоҡанһын!..»
«…Аҡ өмөттәр юрап яҙҙар килә…»
«…Һөттән дә ак, һыуҙан да паҡ
Тәүге һөйөү…»
«…Ҡупшыланып аҡ ҡайындар
Тағып ала алтын һырға…»
«…Аҡтан-сафтан ғына өй эстәре:
Сөйөп ала әсәй аҡ яулыҡ.
Ҡамыр баҫҡан ағас күнәгенә
Ябып ҡуя ап-ак ашъяулыҡ.
Ап-аҡ онға тәгәрләтеп…
…Икмәк һала әсәй аҡ мейескә… (Г.Яҡупова).
- Минеңсә, етер. Инде Кәрим дә анлағандыр. Ә хәҙер Зәлифә беҙгә «ҡара» һүҙе ингән бернисә өҙөк килтерер. – Ҡара күҙле, ҡара сәсле, ҡара ҡашлы, ҡара мәктәп формаһы кейгән Зәлифә оялсан ғына баҫты ла, һағышлы ҡарашын билдәһеҙлеккә төбәп, уҡый башланы.
«…Лениндың
Уйҙары йыртҡанға ҡара төн пәрҙәһен…»
«…Ҡара ҡағыҙ килмәһен!..»
«…Ҡара тупрағында орлоҡ шыта…
…Ҡара тупрак… Ғәзиз ерем төсө… (Ф.Ғәлиәхмәтов).
«…Сәсрәттең ҡараларың…
…Ҡараларын юя алмай,
Йыртып аттым һүрәтте…
…Ул һүрәттә үҙең инең.
Йөҙөңдә - ҡараларың» (Т.Искәндәрова).
«…Ғүмеремде бүлеп тормам инде,
Йәшлек – ҡартлыҡ,
Ҡара – яҡтыға…» (И.Йәһүҙин).
«…Яңы әйбер алһа күршең,
Ҡара яна йөҙкәйҙәрең…»
«…Күңел күгем буяп ҡараға,
Алып китте аҙаҡ ул үсен…» (С.Миңлебаева).
«…Ҡапламаһын өсөн башҡа
Ҡара яуҙар ер-күкте!..»
«…Балҡый-балкый ҡара тупрак
Ҡуйынына ятыу өсөн…» (М.Нәзиров).
«…Хәҙер килеп (…), гүйә,
Шул баласҡа тамған ҡара тап…»
«…Ер ярһытып илап ята
Ҡара мыйыҡлы «малай»…»
«…Һуңғы тапҡыр Иҙел буйлап үтәм,
Аға ла һуң бөгөн ҡарайып…»
«…Ҡара ғына төстө күрҙениһәм,
Өҙөлә шул минең үҙәгем…» (Р.Ҡол-Дәүләт).
«…Салландырып ҡара сәстәреңде,
Яҙмыш көҙөң килде…»
«…Ҡыйыҡтағы ҡара шәлдәр кеүек
Киске өйҙәр. (…) Ҡара көҙ…» (Г.Ситдикова).
«…Күңелдәре ҡара булғандарҙың
Арттарынан ҡара эз ҡала…
…Ҡарайырҙай була, гүйә, ҡағыҙ,
Шул турала шиғыр яҙыуҙан…» (Ә.Үтәбай).
«…Ҡара тирең ағып һарҡҡан ерҙә…» (М.Хисамова).
«…Сер-тылһымдан ғына хасил, ахры,
Ҡара күҙле сибәр ҡараҡай.
Баш осонда йөҙгән ҡара болот
Болот түгел икән – ҡара тай…» (Г.Яҡупова).
- Вил, хәтергә төшөрәйек, тағы ла ниндәй төс әйткәйнең әле?
- Алһыу, яки ал төс, - тине Вил.
- Әйе, алһыу төс. Тимәк, хәҙер… - апайҙары уҡыусыларға күз йүгертеп сыкты, - Айрат дауам итер…
«…Мин мең тапҡыр бәхетлемен –
Ал таңдарың тыуһа имен»
«…Гүйә, бөгөн ал ҡояшты
Тәү күрҙеләр» (Ф.Ғәлиәхмәтов).
«…буп-буш күгемдә
Ал ҡояшым булып балкының» (С.Миңлебаева).
«...Йәшлегемдең ал елкәнен
Тибрәтте тулҡындарың»
«…Тыпырсына алһыу сәскә…»
«…Алмағастан алһыу алма
Һиҙерме өҙөлгәнде?» (М.Нәзиров).
«…Ал таңдар атҡанда
Мин һине һағынам» (Р.Ҡол-Дәүләт).
«…Күк йөҙөндә сихри күпер тыуып
Ал нурҙарын сәсеп торғанда…» (Р.Усманова).
«…Ал таң нуры уйнай ҡулдарыңда…» (М.Хисамова).
«…Ал нур бөркөп тирә-йүнгә,
Күктә моңһоу шәфәҡ ҡалҡа…»
«…Хыялымдың ал елкәнен кирҙем…
…Уларға мин бирәм йөрәгемде,
Ал елкәне итеп кирәм дә» (Г.Яҡупова).
Уҡытыусы:
- Тағы ла кемдәр ал шиғырҙар белә? – тип һораһа ла, өндәшеүсе булмағас: - Башҡа төстәргә күсәйек. Балалар, доньяла тағы ла бик күп төстәр бар. Мәсәлән, зәңгәр, ҡыҙыл, һары, күк, көрән һәм башкалар. Әйҙәгеҙ, зәңгәр һәм күк төстәр тураһында һүҙ башлайыҡ. Зәлифә, ни әйтерһең?
«…Зәңгәр күккә тейгәндәр..? (Ф.Ғәлиәхмәтов).
«…Алыс зәңгәрлеккә төрөнәләр…» (Т.Искәндәрова).
«…Күктең зәңгәрлеген минеке тим…»
«…Инселәне миңә -
Зәңгәр күкте, ошо ҡырҙарҙы…»
«…Ә зәңгәр күк - әсәм күҙеме ни… (И.Йәһүҙин).
«…Зәңгәр күктә йондоҙ атылһа,
Һыҙылып та яҡты эҙ ҡала…»
«…Өстәлемдә - зәңгәр сәскә…» (С.Миңлебаева).
«…Зәңгәр күлдең – зәңгәр һыуы…» (М.Нәзиров).
«…Күк тауҙарға ҡарай юл алам…»
«…Күгүләнгә аяҡ баҫтым…»
«…Тик зәңгәрҙән бөгөн кейенеп,
Әллә ниңә зәңгәр төштәремдә
Бейенең дә осоп бейенең…»
«…Ошо сикһеҙ яҡты доньяны,
Елпелдәтеп зәңгәр күлдәгеңде,
Зәңгәр төскә ҡапыл буяның.
Зәңгәр күбәләктәй талпынаһың
Зәңгәр туғай – зәңгәр сәхнәлә.
Зәңгәр ҡоштар һиңә көй һуҙалар,
Ҡул сабалар зәңгәр сәскәләр…
…Осҡон сәсеп торған зәңгәр күҙҙәр
Өтөп алған төслө йөрәкте…
…Ҡаға-ҡаға зәңгәр ҡанатыңды
Зыңҡылдатып басып үтәһең.
Зәңгәр күлдә бәүелеп йөҙәһең дә,
Һәм менәһең осоп ҡаяға..
…Һин бит бейер өсөн
Яралғанһың зәңгәр доньяға!..»
«…Зәңгәр күлдә ел сығарған көйгә
Талғын ғына бейей аҡҡоштар…
..Зәңғәр йәшлегемә алып ките
Зәңгәр күлдә йөҙгән ҡара ҡош…
…Зәңгәр күлдә йөҙгән ҡошто күреп,
Өҙөлә бит, өҙөлә үҙәгем…»
«…Таң ата, таң ата
Күк тауҙар яғынан…» (Р.Ҡол-Дәүләт).
«…Йәрмиәнең зәңгәр кистәре…»
«…бер күрәһе ине
Йәрмиәнең зәңгәр кистәрендә
Мари йәштәренең бейеүен…»
«…Моңонда бар башҡорт тарихы (…)
Көй сыңратҡан зәңгәр күлдәре…» (Г.Ситдикова).
«…Зәңгәрлектә йөҙөп әйләнде лә,
Арығандыр,
Ҡояш байыны.
Зәңгәр күктә онотолоп әллә
Ятып ҡалды алтын айылы»
«…Ә бында бит ниндәй зәңгәрлек,
Зәңгәрлектә аҙаша бар зәһәрлек.
Зәңгәрлектә эҙе ҡала бер ҡоштоң –
Тыныслығын һаҡлаусыһы тормоштоң…»
«…Зәңгәр күктә ҡыйырсыҡ ай йөҙә…»
«…Ниндәй майҙан, ниндәй зәңгәр майҙан…» (Р.Түләков).
«…Ихлас күңел, асыҡ күҙем менән
Бағайымсы зәңгәр күгемә…» (Ә.Үтәбай).
«…Тәүге һөйөү, зәңгәр хыял!..»
«…Алтын ғына ептә зәңгәр бишек…»
«…Зәңгәр күҙҙәреңдә - зәңгәр осҡон…» (Г.Яҡупова).
- Әйткәндәй, балалар, зәңгәр төстө урыс шағиры Сергей Есенин бик яратҡан. Беҙҙең дә үҙ Есениндарыбыҙ бар, шулай бит, балалар?
Ә хәҙер беҙҙең һуңғы етмеш йылда иң яратҡан төсөбөҙгә күсәйек. Әйҙәгеҙ әле, хор менән әйтәйек, ниндәй төс ул?
- Ҡы-ҙыл! – тип бүлмәне яңратты бөтә клас көр тауыш менән. Түшәмдән аҡ аҡшар ҡойолоп төштө, тышта ҡыҙылтүштәр, ҡурҡышып, дәррәү зәңгәр күккә күтәрелеп, осоп ките.
- Вәсим, йоҡлап киттеңме әллә унда, «камчатка»ла? Әйҙә әле, һөнәреңде күрһәт.
Вәсим ырғып торҙо, йоҡоло күҙҙәрен ыуғалап:
- Ә? Ҡыҙыл? Ә-ә, була ул! – тине лә, сатнатып теҙеп китте:
- «…Яталар ҡып-ҡыҙыл сәскәләр…»
«…Көҙҙәр килгәс, ҡыҙарынып…» (Ф.Ғәлиәхмәтов).
«…Усаҡтарҙан ҡыҙыл япраҡ
Һиҙерме һибелгәнде?..» (М.Нәзиров).
«…Ҡыҙыл балан, талдар ҡуйы…
«…Айҙың йөҙө шундай ҡыҙыл…»
«…Мин йырлармын Ҡыҙыл буйын
Ғүмер буйы, ғүмер буйы…»
«…Ҡыҙыл ғына буйы ҡыҙыл балан…
…Ҡыҙарып та торған, ай, баландар
Татлыраҡ та һымаҡ тойолдо…
…Ҡыҙыл ғына буйы баландары
Ҡыҙыктырмас ҡабат күңелде…»
«…Ҡыҙыл буйын ярып үтәм…» (Р.Ҡол-Дәүләт).
«…Һыу ҡойона төшөп сөңгөлгә,
Ҡыҙыл эңер һайлап, ҡаялар…» (Г.Ситдикова).
«…Ҡыҙыл ҡарҙа, ағаҡайым,
Ҡызыл ҡайын янында…
…Ҡыҙыл ҡарҙы көтә-көтә,
Ҡартайҙы ағаҡайың…» (Ә.Үтәбай).
«…Сәселгән ҡыҙыл мәрйендәй,
Бөрлөгән бешкән икән…
…Һутлы ҡыҙыл бөрлөгәндәр –
Кемдәрҙеңдер өлөшө…» (М.Хисамова).
- Ниңәлер ҡыҙыл шиғырҙар аҙ яҙыла, заманалар үҙгәрә, был төс моданан сыға хәҙер. Ә яшел төс – мәңгелек төсө ни хәлдә? Әйҙә, ҡыҙҙарға һүҙ бирәйек, мәсәлән, Сөмбөлгә.
«…Йәшел күлдәк кейгәндәр…» (Ф.Ғәлиәхмәтов).
«…Энәләре – йәшел мамыҡтай…» (Т.Искәндәрова).
«…Йәшел сөмбәй – донья…» (И.Йәһүҙин).
«…Алдарымда йәшел үлән…»
«…Мәңге йәшел һөңгө-ҡарағайҙар
Болоттарға барып ҡаҙалған…»
«…Йәшел генә саҡтар үткән инде…» (Р.Ҡол-Дәүләт).
«…Бәрхәт-бәрхәт кенә йәшел сиҙәм…
…Йөрәгемә йыйам сем-йәшелең…» (М.Хисамова).
«…тарап китә елдәр
Ужымдарҙың йәшел сәстәрен…» (Г.Яҡупова).
- Беҙҙең тағы ла бер төсөбөҙ ҡалды – ул да булһа, һары төс. Һағыш төсө, сабырлыҡ төсө, муллыҡ төсө. Әйҙә, Зәйтүнәкәй.
«…Һап-һары башаҡтар
Мин тыуған яҡта (…)
Һуҙылған ҡояшка…
«…Һары япраҡ йөрәгемә
Янғын алып ингән һымаҡ…
…Һары япраҡ, мин бит күптән
Һиндәй уйнап һикермәйем…
Һары япраҡ, мин ҙурайҙым…
…Һары япраҡ, әллә һинең
Миңә әйтер һүҙең бармы?..
…Һары япраҡ күргән һайын
Йөрәккәе һыҙлай микән?..» (Т.Искәндәрова).
«…«Сабыр төбө - һары алтын», тиҙәр,
Үҙ-үҙемә әйтәм: «Бул түҙем!».. (С.Минлебаева).
«…Сабыр төбө - һары алтын, тиҙәр,
Юк, кәрәкмәй миңә сабырлык…» (М.Нәзиров).
«…Йылҡылдап иген сайҡала –
Һап-һары булып бешкән…» (ГСитдикова).
«…Бүләк иттең,
Һары томбойок ҡына…
…Дим өстәре тулҡын-тулҡын,
Һары томбойоҡ икән…
…Һарылған һары һағыш,
Күңелем бойоҡ икән».
«…Ул көҙгө япраҡтай
Һарыға һабышты…»
«…Һары япраҡ кеүек көйрәп яна
Ике яҙмыш…» (М.Хисамова).
- Ярай, балалар, бар төстәрҙе лә һанап сығып булмас, ошоларҙы белһәгеҙ ҙә етер әлегә. Ә хәҙер үтҡәндәрҙе ҡабатлап алайыҡ та… Сират һиңә, Гөлүсә…
- «…Моңға мансый зәңгәр, сикһеҙ күген
Ал таңдары – көлөп уянған…» (Ф.Ғәлиәхмәтов).
«…ҡара эштәр ҡылып,
аҡлыҡтарға хаҡлыҡ күтәреп,
йәшәй бирә?!..» (И.Йәһүҙин).
«…Өйөрөлгәндә ҡара шом-болоттар
Күңелеңдең зәңгәр күгендә…»
«…Ҡара, тине, аҡты бер бәндә…» (С.Минлебаева).
«…Үсмер саҡтың алһыу таңы,
Йәм-йәшел хыялдары…» (М.Нәзиров).
«…Ҡыҙыл буйы, Ҡыҙыл буйы,
Ҡарағат һәм ҡара муйыл…»
«…Уйынсығы – ҡыҙыл ҡояш,
Бишеге – йәшел һарай…»
«…Ҡара таплы аҡ һындарҙы
Һыйпай-һөйә уҙған булам…»
«…Бер ҡара ҡош моңһоу ғына йөҙә,
Аҡтар араһында ҡарайып…
…Зәңгәр йәшлегемдә ҡалған йәрем –
Ҡара ғына ҡашым, ҡара ҡошом…» (Р.Ҡол-Дәүләт).
«…Елегемә һеңһен йәшеллегең,
Күңелемә күсһен зәңгәрең…»
«…Дегет, күмер кеүек ҡара ерзән
Һөттәй томан, ап-аҡ быу ҡалҡа…» (Р.Түләков).
«…Аҡ ҡағыҙға ҡара нәфрәт төшкән
Тәфтиләүгә яҙған ҡарғыштан.
…Ап-аҡ ҡағыҙдарҙы ҡара итеп
Үлем һыя бер бит ҡағыҙға…»
«…Өскә ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Ҡыҙылы – йөрәгемә…»
«…Күҙҙәрҙең бар зәңгәр һәм ҡараһы…» (Ә.Үтәбай).
«…Ташморонҡай, йәшел туғайым һин,
Аҡ ҡыштарым килер ошонда…» (М.Хисамова).
«…Һикереп-һикереп кенә уйнай икән
Ҡыҙыл ғына ҡанат күк бәрҙе…» (Г.Яҡупова).
- Минең бөттө, апай, - тине Гөлүсә.
- Ултыр улайһа, - унан уҡытыусы сәғәтенә ҡарап алды. – Дәрес тә бөттө. Ә хәҙер дәрескә һығымта сығарайыҡ. Ул, шағирә Т.Искәндәрова апайығыҙ һүҙҙәрен аҙ ғына үҙгәртеп, матур итеп әйткәндә, былай була:
Шиғыр түтәлкәйе сып-сыбар –
Ҡыҙыл, зәңгәр, көрән, ағы бар.
Бар һап-һары ялҡын сәскәне,
Бар ҡап-ҡара бәрхәт сәскәһе.
…Түтәл ситендә
Шып-шым шиғыр – хыял төсөндә…»
1992-27.10.1994.