Сайт писателя-сатирика Инсура Мусанифа

Инсур Мусанниф

Официальный сайт писателя-сатирика

«Ижадыма күңел торошо йоғонто яһай” (Моему творчеству влияет состояние души)

Дата написания: 
07 июня 2020
Заметка: 

Интервью с И.Мусаннифом

«Ижадыма күңел торошо йоғонто яһай”

Журналист-шағир тип әйтергә була уның тураһында. Ғүмере буйы тыуған яғына – Яңауыл районына тоғро ҡалып, шунда йәшәүсе ижадсының әҫәрзәрен уҡып та, үзен белмәүселәр байтаҡ. Сөнки ул – баш ҡаланың һирәк ҡунағы, баҫалҡы әҙип.
Бөгөн беҙ Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хезмәткәре Инсур МӨСӘННИФ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Инсур Ғәҙелгәрәй улы, һеҙ Башҡортостан Яҙыусылар союзының “йәш” ағзаһы бит инде. Был – үҙенә күрә ҙур мәртәбә, уңыш. Оҙаҡ көткән шатлыҡмы?

– 2017 йылда ғариза яҙғайным. Бер йылдан 70-тән ашыу ғариза ҡаралып, союзға 12 ағза ҡабул ителде. Улар араһында миңә лә бәхет эләкте. “Быға тиклем ғариза яҙмай нимә эшләп йөрөнөң?” – тип шелтәләп алыусылар ҙа булды. Элек республика баҫмаларында артыҡ йыш баҫылманым, шуға ла, союзға алығыз, тип артынан йөрөмәнем. Ҡайһы саҡта, сумаҙан өсөн яҙҙым, тип көлдөрөп тә алам.

– Ә ни өсөн сумаҙан?

– Үҙ-үҙемә ҡарата талапсан кешемен. Яҙған һәр бер шиғырымды баҫтырып торорға бөйөк шағир түгелмен бит. Иләк аша үткәндәре генә уҡыусылар иғтибарына барып етә. Был шулай булырға тейеш тә. Һәр яҙылған әҫәр тәүҙә гениаль тойола. Шуға күрә, язып бөткәс, уны һалып торам, “һыуынам”. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ҡырҡ тапҡыр уҡып, төзәтеүҙәр индерәм. Улары ла редакция хезмәткәрҙәре тарафынан һайлап алына.

– Хеҙмәт юлығыҙҙы һеҙ ябай колхозсы булып башлағанһығыҙ. Әҙәбиәткә нисегерәк килдегеҙ?

– Ауыл балалары араһында эләкләшеү була торғайны бит. Үҙем сығарған таҡмаҡтар, төрттереүҙәр арҡаһында миңә ҙур малайҙарҙан аҙ эләкмәне. Бала саҡтан китап уҡып үҫтем. Мәктәпкә бармаҫ борон уҡ әсәйем хәрефтәрҙе өйрәткәйне. Уҡырға барғас, башланғыс мәктәптең китапханаһындагы барлыҡ китапты ла тиерлек уҡып бөттөм. 3-сө класта уҡыған саҡта күрше ҡыҙына ғашиҡ булдым да тәүге тапҡыр шиғыр яҙып ҡараным. Оҡшап ҡалды, тағы, тағы яҙҙым, район гәзитенә ебәрҙем. Билдәле, улар баҫылманы. Шулай ҙа яҙыудан туҡтаманым. Бер аҙҙан һуғыш ветераны тураһындагы яҙмам донъя күргәс, ныҡ шатландым, күңелем үсеп китте. 7-се класта уҡығанда уҡ: “Мин яҙыусы, шағир булам!” – ти торгайным. Ул турала гәзиткә инша ла яҙып ебәргәнмен. Ә шиғырҙарға килгәндә, 14 яшемдә улар тәүге тапҡыр донъя күрҙе.
“Ай, гүйә, һине күреп,
Өмөтө һүнгән минең кеүек...” тигән юлдар бар ине. Артабан республика баҫмаларында исемем күренгеләй башланы. Колхозда эшләй башлағас та, күрше ауылдың китапханаһынан бер барғанда 15-20-ләп китап алып ҡайта инем. Тәүҙә башҡорт, татар әҙәбиәтен уҡыным, аҙаҡ рус һәм сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәре менән таныштым.

– Белем алырға нимә этәргес булды?

– Киләсәк тураһында уйланыу. Күп укығанғамы, әҙәбиәт буйынса белем алғым килде. Өфөгә килеп, рабфакта әҙерлек курстары үттем һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус филологияһы факультетына уҡырға индем. Студент йылдарында журналистика буйынса махсус курстар үттем, “Тамсылар” әҙәби түңәрәгенә йөрөнөм. Миңзәлә Шөгәйепова, Радик Өмөткужин, Әхмәр Үтәбайҙар менән бер осорҙа уҡыныҡ. Диплом алғас, Тәтешле районында эш башланым.

– Ут күршеләр өлгөр булып сыҡты, тимәк...

– Ул йылда Яңауылда минең һөнәр буйынса эш урыны юҡ ине. Оҙак йылдар йәшәгән Сәлих (биредә төгәлһеҙлек киткән – Урал) ауылы ике район сигендә урынлашҡанға күрә, тәтешлеләр күрше кеүек түгел ине. Мин бит өлкән кластарҙа данлыҡлы Иске Күрҙем ауылы мәктәбендә уҡыным. Бер генә йыл эшләп өлгөрҙөм, Яңауылға ҡайтарып алдылар.

– Ҡатынығыҙ менән дә студент йылдарында танышҡанһығыҙ, буғай...

– Эйе, ул уҡырға килеү менән танышып, дуҫлашып киттек. Башҡорт филологияһы факультетында, минән бер курс түбән уҡыны ул. Әйткәндәй, мин Яңауыл районынан булһам, Зәйнәп Әбйәлил районының Яңауыл тигән ауылынан ине. Уҡыуын тамамлағас, ғаилә ҡорҙоҡ, балалар үҫтерҙек. Ғүмере буйы мәктәптә эшләне, мәғариф отличнигы. Ҡыҙғанысҡа каршы, 2017 йылда мәрхүмә булды.

– Һеҙҙе, ғүмерегеҙ буйы матбуғатта, журналистикала эшләгән кеше, тип әйтергә була. Ябай журналистан башлап баш мөхәррир урынбаҫарына тиклем төрлө вазифа атҡарғанһыгыҙ. Төп эшегеҙ ижадҡа ҡамасауламанымы?

– Гәзит эшенең үҙенсәлектәрен, ауырлығын һәм күңеллелеген шунда эшләгән кеше генә аңлай ала. Дөрөҫөн әйткәндә, ижадтан ситләшеп тороуым эшемә бәйле. Командировканан арып ҡайтыуға ғаилә һәм йорт мәшәҡәттәре көтөп торғанда, шиғырҙар онотола икән. Күңелдән урғылган шиғыр юлдарын да яҙып алыр өсөн ваҡыт булмай торғайны. Элек, эште тиҙләткән компьтерҙар булмағанда, иртәнге сәғәт 7-лә эшкә бара инек. Ҡайһы саҡта кис командировканан ҡайтып, төнө буйы яҙып, бер нисә сәғәттән эшкә килгән дә булды. Тик, ниндәй генә мәшәҡәтле булмаһын, журналистиканан китергә теләмәнем. Әгәр минең “Оҙак йәшәү сере” тигән китабымды уҡыһағыҙ, район гәзите хеҙмәткәрҙәренең элек нисек эшләгәнен һәм йәшәгәнен аңларһығыҙ.

– Ниндәй осраҡта ҡулығыҙға ҡәләм алаһығыҙ?

– Ижадыма күңел торошо йоғонто яһай: ҡайһы бер йылдарҙа бер шиғыр ҙа яҙмағанмын. Ә ҡайһыларында күпләп ижад ителгән. Башланып та тамамланмаған повестарым байтаҡ ине, хаҡлы ялга сыҡҡас, уларга ҡабат тотондом.

– Һеҙҙе тарих, шәжәрә менән дә ҡыҙыҡһына, тиҙәр...

– 70-се йылдар башында, әле шәжәрәнең нимә икәнен дә белмәҫ борон, нәҫел тарихын өйрәнә башланым. Әсәйем Урман-Гәрәй ырыуынан булһа, атайым Йәнәй ырыуына ҡарай. Өләсәйемдең хәтере ныҡ шәп ине, ул кемдең нисек туған булыуы тураһында гел һөйләй ине, мин барыһын да яҙып алдым. Аҙаҡ инде шәжәрә ағастарын күргәс, булған мәғлүмәттәр менән эшләнем.

– Бөгөнгө көн талабы – заман технологияларын үҙләштереп, һеҙ ҙә ижадығыҙға арналған сайт та булдырғанһыгыҙ...

– Компьтерҙы эш буйынса 90-сы йылдар аҙағында уҡ өйрәнә башлағайныҡ. Бөгөн инде мин уның менән ҡәҙимге генә эш итә беләм. Интернеттың мөмкинлектәрен дә файҙаланырға өйрәндем. Ә ижадыма арналған бит – ҡыҙым менән кейәүемдең бүләге. Махсус белемле кешегә уны ойоштороу әллә ни ауыр түгел, тинеләр. Ә булған киңлектә эшләргә өйрәнеү ауыр түгел.

– Күңелегезгә ниндәй жанр яҡын?

– Барыһы ла. Күңел төрлө ваҡытта төрлө жанрға тартыла. Һирәкләп булһа ла сатира-юморға ла тотонам. Ҡыҫҡа хикәйәләр ҙә минең ҡәләмгә яҡын. Шағирмын тип йөрөнөм дә, һуңғы ваҡытта проза жанрында йыш эшләйем. Һәр яҙғандың, һәр әҫәрзең үҙ ваҡыты барҙыр, тип уйлайым. Бер ваҡытта ла, яҙайым әле, тип үҙемде мәжбүр итеп, махсус ултырып яҙғаным булманы. Шунысы ҡыҙыҡ: тәүҙә күңелдә ниңәлер шиғырҙың аҙагы, бер аҙ йөрөгәс тәүге өлөштәре тыуа.

– Ижадка көн торошо, миҙгелдәр йоғонто яһаймы?

– Юҡ. Ә бына тәүлек өлөшө яһай – төндә яҙырға яратам. Таңғы сәғәт 5-кә тиклем ултырғаным бар. Әллә төндә тыуғанғамы икән, “өкө” һыҙаттары тап килә. Хәҙер бигерәк рәхәт – эшкә барырға кәрәк, тип бошонорға түгел.

– Юмористик әҫәрҙәрҙә үҙҙәрен танып, үпкәләп йөрөүселәр булдымы?

– Була, әлбиттә. Уларҙы аңлайым, минән көлһәләр, үҙемә лә еңел булмаҫ ине. Заманында шулай ук етәкселәрзән тәнҡит мәҡәләләре өсөн “тукмак” күп эләкте. Әммә был яҡтан намыҫым таҙа: бер ваҡытта ла ялғанды яҙманым.

– Яҙыусының хезмәте донъя күргән китаптары менән баһалана. Был яҡтан һеҙҙең бәхет бармы?

– Нисек әйтергә лә белмәйем. Төрлө йылда “Йәш көстәр”, “Сәйләндәр”, “Тәлгәш” кеүек альманахтарҙа бер нисә шиғырым баҫылып торҙо. 20 йыл элек бәхетле осраҡ менән тиҙ арала тәүге китабым донъя күрҙе. Уны тикшергән саҡта Рәшит Низамов, Рауил Шаммас, Сабир Шәриповтар йылы фекерҙәрен әйтеп ҡыуандырҙы. Дүрт авторҙың ижадын берләштергән “Турғайҙар ҡанат ҡаға” йыйынтығында 50-нән ашыу шиғырым баҫылды. Әрһеҙләнеп йөрөү миңә хас түгел, шулай ҙа бер генә китап менән ҡалғым килмәй. Шуға күрә үҙнәшер менән Мәскәү ҡалаһында хикәйәләремде туплап, “Алтын балыҡ” йыйынтығын баҫтырзым. Үҙнәшер булһа ла, мин уны тикшереп, юғары талаптар ҡуйып сығарҙым.

– Һеҙ гәзиттә эшләү дәүерендә байтаҡ йәш талантҡа асылырға ярҙам иткәнһегеҙ.

– Баш мөхәррир урынбаҫары булараҡ, “Замандаш” әҙәби бите өсөн мин яуаплы инем. Шул саҡта тирә-яҡ райондарҙың таланттарын берләштергән Яңауыл яҙыусылар берлеге менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Беҙҙең районда 1958 йылда уҡ әҙәби түңәрәккә нигеҙ һалынған булған. Унда башланғыс алған байтаҡ талантлы кеше Башҡортостан, Татарстан һәм Удмурт Республикаларында танылыу яуланы. Шәхсән үҙемде, кемделер ижад юлына сығарҙым, тип әйтә алмайым. Таланты булған кеше минһеҙ ҙә танылыу яулағандыр, ә талантһыҙҙарға, күпме генә ярҙам итһәң дә, әҙип булып китә алмай. Ҡыҙғанысҡа каршы, иҫ киткес шиғырҙар, хикәйәләр менән ижад юлын башлап, кинәт юҡҡа сыҡҡандар ҙа булды. Лира Хәйҙәршина тигән ҡыҙ 17 яшендә үк поэмалар яҙа ине. Хәҙер мәктәптә уҡыта, бөтөнләй яҙышмай. Шундай талантлы ине. Хәйер, балаларға белем биреү ҙә – иҙге эш.

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Инсур ағай. Ижади уңыштар һеҙгә!

Гөлнур Ҡыуатова әңгәмәләште.
“Йәшлек” республика гәзите, 17.01.2020, №3 (11258)

Добавить комментарий